Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Июнь 2023, 10:30

“Гәзит район тормошо тураһында һөйләй”

Ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу дауам итә. Һәр йылдағыса, быйыл да гәзит-журналдарға ташламалы хаҡ менән яҙылыу мөмкинлеге бирелә. 5 июндән 15-енә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөндә һеҙ “Мәсетле тормошо” район гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа күңелгә ятышлы хаҡтар менән яҙыла алаһығыҙ.

“Гәзит район тормошо тураһында һөйләй”
“Гәзит район тормошо тураһында һөйләй”

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышында “Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!” конкурсының өсөнсө еңеүсеһе билдәләнде. Ул – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Анатолий Серебренников. Сығышы менән Дыуан районынан. Оло Ыҡтамаҡҡа эшкә килгән һәм тороп ҡалған. Гәзит уҡыусыбыҙ ошо ваҡыт эсендә “Мәсетле тормошо” район гәзитен бер йыл да алдырмай ҡалмай.
– Бында килгәндә бер кемде лә белмәй инем. Район гәзите минең өсөн дуҫ һәм яңылыҡтар сығанағы булды, – ти ул.
Июндә Анатолий Серебренников оло юбилейын билдәләйәсәк – 85 йәш тула. Ул бөгөн дә әүҙем һәм дәртле булып ҡала.
Хөрмәтле мәсетлеләр, район гәзитенә яҙылығыҙ һәм квитанцияларығыҙҙы килтерегеҙ, сираттағы призға һеҙ эйә булырһығыҙ, бәлки. Бүләк отоуҙа “Мәсетле тормошо” район гәзитенә 2023 йылдың икенсе яртыһына алты айға яҙылған уҡыусыларыбыҙ ҡатнаша ала.
Квитанция күсермәһен Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһына шәхсән алып килегеҙ йәиһә [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 2-00-32.

2023 йылғаяҙылыу хаҡтары:
Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә): 1 айға – 163,22 һум, 6 айға – 979,32 һум.
Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта, редакция хеҙмәткәре район үҙәгендәге ойошмаларға илтеп бирә): 1 айға – 135 һум, 6 айға – 810 һум.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда: 1 айға – 118 һум, 6 айға – 708 һум.
Электрон версияһы: 1 айға – 130 һум, 6 айға – 780 һум.

Автор: