Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Май 2023, 12:25

“Мәсетле тормошо” гәзитенән айырылмайбыҙ...”

“Мәсетле тормошо” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу кампанияһы дауам итә. Тимәк, “Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!” акцияһының сираттағы еңеүсеһен билдәләргә ваҡыт.

“Мәсетле тормошо” гәзитенән айырылмайбыҙ...”
“Мәсетле тормошо” гәзитенән айырылмайбыҙ...”

Был юлы уңыш Розалия Мөжиповаға йылмайҙы. Ул 27 йыл дауамында Әжекәй мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. Бынан тыш, директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.
– “Мәсетле тормошо” гәзитенән айырылмайбыҙ, күп йылдар яҙылабыҙ, – ти ул.
Шуныһы ҡыуаныслы: Әжекәй мәктәбе педагогтары йыл һайын район гәзитенә бөтә коллектив менән яҙыла.
Хөрмәтле мәсетлеләр, район гәзитенә яҙылығыҙ һәм квитанцияларығыҙҙы килтерегеҙ, бәлки, сираттағы призға һеҙ эйә булырһығыҙ. Бүләк отоуҙа “Мәсетле тормошо” район гәзитенә 2023 йылдың икенсе яртыһына яҙылған уҡыу-сыларыбыҙ ҡатнаша ала.
Квитанция күсермәһен Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһына шәхсән алып килегеҙ йәиһә [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 2-00-32.
Әйткәндәй, 5 – 15 июндә бөтә Рәсәй территорияһында ваҡытлы баҫмаларға ташлама менән яҙылырға мөмкин.

Автор: