Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Май 2023, 11:25

Яҙыл һәм бүләк от!

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы матур йолаға әүерелгән сираттағы “Яҙыл һәм бүләк от!” акцияһын уҙғара. Был – яратҡан баҫмаң менән айырылмау һәм ҡиммәтле бүләк алыу мөмкинлеге лә.

Яҙыл һәм бүләк от!
Яҙыл һәм бүләк от!

Акцияла ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың икенсе яртыһына “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылырға кәрәк.
Быны һеҙгә бер нисә ысул менән эшләргә мөмкин:
1. Ғәҙәти – гәзиткә почтальон аша йәиһә почта бүлексәһендә яҙылырға.
2. Редакция аша – Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса реклама бүлегендә һеҙгә абонемент тултырасаҡтар.
3. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайтының “Матбуғатҡа яҙылыу” бүлексәһендә.
Кире бәйләнеш өсөн фамилияғыҙ, исемегеҙ, адресығыҙ, телефон һандары яҙылған квитанцияның күсермәһен гәзит редакцияһына шәхсән алып килегеҙ йәиһә [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ.
Бүләк квитанция ебәргән яҙылыусылар араһында аҙна һайын уйнатыла. Төп бүләк хужаһы июнь айында билдәләнәсәк.
Акцияла ҡатнашыу өсөн редакцияға квитанция күсермәләрен килтерә башланылар ҙа инде. Тәүге бүләк отоусы билдәләнде. Ул – Теләш ауылынан Әминә Ҡорбанова. Гәзит уҡыусыбыҙ йылы плед отто. Әминә апай 30 йыл элек хаҡлы ялға сығып, Ташкент ҡалаһынан тыу-ған төйәгенә ҡайта. Район гәзитен шул ваҡыттан бирле алдырып уҡый.
– Район гәзитенең һәр яңы һанын көтөп алам, уны тәүге битенән алып һуңғыһына тиклем уҡып сығам, – ти ул. – Киләсәктә лә “Мәсетле тормошо” гәзитен алдырасаҡмын.

Автор: