Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Декабрь 2022, 10:45

Тиҙҙән – Яңы йыл!

Район үҙәгендә Яңы йылға әҙерлек тулы кимәлдә бара. Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында шыршы ҡуйылды. 21 метрлыҡ яңы йыл һылыуҡайын Кесе Ыҡтамаҡ ауылы урманынан килтерҙеләр.

Тиҙҙән – Яңы йыл!
Тиҙҙән – Яңы йыл!

“Ҡыш бабай оҫтаханаһы” шыршы уйынсыҡтары конкурсына тәҡдим ителгән ҙур уйынсыҡтар айырыуса матур, үҙенсәлекле күренә. Ошо көндәрҙә ижади бәйгегә йомғаҡ яһалды. Бер нисә номинацияла бөтәһе 198 эш тәҡдим ителде. Һәр номинацияла еңеүселәр асыҡланды, улар Мәсетле районы мәғариф бүлеге грамоталары, сертификаттары менән бүләкләнәсәк.
Быйыл район шыршыһы өсөн яңы яҡтыртыусы диод гирляндалар һатып алынды.
Шулай уҡ төҙөлөп бөтөп килгән боҙ ҡаласығы ла байрам кәйефе булдырасаҡ. Билдәләп үтергә кәрәк, күпселек ойошмалар бина фасадтарын, уларға ҡараған территорияларҙы байрамса биҙәне лә инде.
24 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә үҙәк майҙанда Яңы йыл шыршыһын асыу тантанаһы була (0+).

Айлина ШАЙМОРАТОВА.

Фото

Автор: