Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Декабрь 2022, 10:45

Тиҙҙән төп бүләк уйнатыла

Һәр өйгә Мәсетле районы яңылыҡтарын еткереп тороусы “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу өсөн һанаулы ғына көндәр ҡалды. Шуға күрә был эште атҡарып ҡалырға өлгөрөгөҙ! Бынан тыш, һеҙ яҡындарығыҙ өсөн матбуғатҡа яҙыла алаһығыҙ, был яҡшы бүләк һәм улар хаҡында хәстәрлек сағылышы буласаҡ.

Тиҙҙән төп бүләк уйнатыла
Тиҙҙән төп бүләк уйнатыла

Интернет быуатында бер нисә минут эсендә өйҙән сыҡмай ғына яратҡан баҫмаға яҙылырға мөмкин. Уны rbsmi.ru сайтында онлайн-яҙылыу сервисы ярҙамында эшләргә була. Бының өсөн “Яҙылыу” бүлегендә (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/) “Мәсетле тормошо” гәзитен табырға, баҫманың баҫма йәки электрон версияһын (шәхси кабинетта алырға) һайларға һәм яҙылырға кәрәк.
Шулай уҡ гәзиткә яҙылған осраҡта бүләк оторға мөмкин икәнлеген дә онотмағыҙ. Редакция бүләген баҫмаға 2023 йылдың алты айына яҙылыусылар ота ала. Тиҙҙән төп бүләк уйнатыласаҡ!
Квитанцияны Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһына шәхсән алып килергә йәиһә [email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон 2-00-32.
Был аҙнала призға Әләгәҙ ауылынан Данис Сабирйәнов лайыҡ булды (һүрәттә). Ҡотлайбыҙ!
https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендә булған ике төрлө республика йәки район баҫмаһына, йәиһә бер юлы республика һәм район баҫмаларына кәмендә 6 айға яҙылғандар “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто бүләген отоуҙа ла ҡатнаша ала.
Бергә ҡалайыҡ, хөрмәтле райондаштар!

Автор: