Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Декабрь 2022, 10:00

Почта элемтәһе оҫталары

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы дауам итә. Әлеге мәлдә, 5 декабрҙән 15-енә тиклем, Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө бара. Был көндәрҙә 2023 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин.

Почта элемтәһе оҫталары
Почта элемтәһе оҫталары

Ваҡытлы матбуғаттың әһәмиәте ҙур, сөнки тап гәзит-журналдарҙа бик күп ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәт табырға мөмкин. Бигерәк тә районканың роле баһалап бөткөһөҙ, сөнки Мәсетле районының тормошо, яңылыҡтары, уның халҡы тураһында республика һәм үҙәк баҫмаларҙан белеп булмай. Был турала “Мәсетле тормошо” ғына һөйләй.
Әйтергә кәрәк, бөгөн дә почтальондар тиражды һаҡлауға әүәлгесә ҙур өлөш индерә. Айырыуса Ләмәҙтамаҡ почтамты “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыусылар һаны буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Һүрәттә: Һулдан уңға: Айгөл Рәхимова, Анджела Хисамова, Гөлнур Лоҡманова.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 9 декабрҙә 49ы һанында уҡығыҙ.

Автор: