Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Декабрь 2022, 16:00

Яңы 2023 йылда ла бергә ҡалайыҡ!

Бына 2022 йыл тамамланырға тора. Бер айҙан яңы йылға аяҡ баҫабыҙ. Шуға күрә “Мәсетле тормошо” гәзитенең яңы һандарын алдырыу тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк.

Яңы 2023 йылда ла бергә ҡалайыҡ!
Яңы 2023 йылда ла бергә ҡалайыҡ!

Киләһе йылда ла элеккесә көнүҙәк яңылыҡтарҙы баҫтырырбыҙ, сара һәм ваҡиғаларҙы яҡтыртырбыҙ, һорауҙарға яуап бирербеҙ, интервьюлар алырбыҙ, туғандарығыҙ исеменән байрам, тантаналар менән ҡотларбыҙ. Һеҙ бары тик район гәзитенә яҙылырға онотмағыҙ. Бынан тыш, яҡындарығыҙ өсөн матбуғатҡа яҙыла алаһығыҙ. Был яҡшы бүләк, улар хаҡында хәстәрлек буласаҡ.


2023 йылға яҙылыу хаҡтары:
Почта аша (почтальон гәзитте өйгә килтерә) – 1 айға – 163,22 һум, 6 айға – 979,32 һум.
Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәге ойошмаларына, кәм тигәндә 5 хеҙмәткәр яҙылған осраҡта) – 1 айға – 127 һум, 6 айға – 762 һум.
Редакциянан алыу (яҙылыусылар гәзитте үҙҙәре редакциянан килеп ала) – 1 айға – 111 һум, 6 айға – 666 һум.


Интернет быуатында өйҙән сыҡмайынса ла яратҡан баҫмаға бер нисә минут эсендә яҙылырға мөмкин. Уны rbsmi.ru сайтында онлайн-яҙылыу сервисы ярҙамында эшләргә була. Бының өсөн “Яҙылыу” бүлегендә https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ “Мәсетле тормошо” гәзитен һайларға, баҫманың баҫма йәки электрон версияһын (шәхси кабинетта алырға) һайларға һәм яҙылырға кәрәк. Электрон версияға яҙылыу хаҡы: 1 айға – 130 һум, 6 айға – 780 һум.

Иғтибар! 5 декабрҙән 15-енә тиклем матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө уҙа, тимәк, “Мәсетле тормошо” гәзитенә 10 процентҡа арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла аласаҡһығыҙ.

Шулай уҡ бүләк оторға мөмкин икәнлеген да онотмағыҙ. Берҙе генә түгел, хатта икене!
“Аҙна һайын – бүләк” акцияһында ҡатнашып, район гәзите редакцияһынан бүләк оторға мөмкин. Унда 2023 йылға баҫмаға кәмендә алты айға яҙылған һәр кем ҡатнаша ала. Квитанция күсермәһен Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһына шәхсән алып килергә йәиһә [email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон 2-00-32.

Был аҙнала төп призға Тәкә ауылынан Эльмира Ғәлимова лайыҡ булды (һүрәттә). Ҡотлайбыҙ!
Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған бүләк уйнатыуҙа ҡатнашырға мөмкин. Был бүләккә республика һәм район матбуғатынан ике баҫмаға кәмендә 6 айға яҙылған кеше дәғүә итә ала (https://rbsmi.ru/ catalog/podpiska/ бүлеге). Бүләк отоусының исеме 2023 йылдың ғинуар аҙағында Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында билдәле буласаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың 15 ғинуарына тиклем йәшәгән адрес, бәйләнеш өсөн телефон һандарын күрһәтеп, баҫмаға яҙылыу квитанцияһы
күсермәһен ҡушып заявканы “Яҙыл һәм бүләк от” (“Подпишись и выиграй”) билдәһе менән 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, 212-се бүлмә адресы буйынса йәиһә [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор: