Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Ноябрь 2022, 11:25

“Яҙыл һәм бүләк от” акцияһы дауам итә

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы үҙенең уҡыусылары араһында бүләк уйнатыуын дауам итә. Сираттағы бәхетле бүләк эйәһе – Оло Ҡыҙылбай ауылынан Йәзилә Зарипова.– Район гәзитен минең атай-әсәйем дә алдырып уҡыны, ул саҡта баҫма “Еңеүҙәргә” тип атала ине, – тип һөйләй Йәзилә Насретдин ҡыҙы. – Башҡа бик күп гәзиттәргә лә яҙыла торғайныҡ, әммә “Мәсетле тормошо”н әле лә уҡыйбыҙ. Һәр яңы һанды ирем менән көтөп алабыҙ. Ҡасан да булһа бүләк отоусылар араһында булырбыҙ, тип өмөтләндем. Редакциянан шылтыратып, миңә бүләк сығыуын әйткәс, тәүҙә ышанмай торҙом.

“Яҙыл һәм бүләк от” акцияһы дауам итә
“Яҙыл һәм бүләк от” акцияһы дауам итә

Хөрмәтле, гәзит уҡыусылар! Районкаға 2023 йылдың беренсе яртыһына кәмендә алты айға яҙылған һәр кем ҡиммәтле бүләк отоуҙа ҡатнаша ала.
Квитанцияларҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһына алып килергә йәиһә [email protected] адресы буйынса электрон почта аша ебәрергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 2-00-32.
5 декабрҙән 15-енә тиклем матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө уҙғарыла, был көндәрҙә хаҡтар 10 процентҡа кәметелә.
2023 йылға яҙылыу хаҡтары:
Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә): 1 айға – 163,22 һум, 6 айға – 979,32 һум.
Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәгендәге ойошмаларҙа кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта): 1 айға – 127 һум; 6 айға – 762 һум.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда: 1 айға – 111 һум, 6 айға – 666 һум.
Электрон версияһы: 1 айға – 130 һум, 6 айға – 780 һум.

Автор:Лариса Михалькова