Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
11 Ноябрь 2022, 14:30

Район гәзитенә яҙыл һәм бүләк от!

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы үҙенең уҡыусылары араһында аҙна һайын бүләк уйнатыуын дауам итә. Өсөнсө еңеүсе – Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы уҡы- тыусыһы Флүзә Юнысова.

Район гәзитенә яҙыл һәм бүләк от!
Район гәзитенә яҙыл һәм бүләк от!

– “Мәсетле тормошо” гәзитен күп йылдар дауамында уҡыйым, сөнки районыбыҙҙың бөтә яңылыҡтарын тап унан белергә мөмкин, – тип һөйләй ул. – Мин дә еңеүсе булыуыма бик шатмын. Район гәзитен яҙҙырыуҙы дауам итәсәкмен һәм уны рәхәтләнеп уҡыясаҡмын.
Район гәзитенә 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына кәмендә алты айға яҙылған теләгән һәр кем ҡиммәтле бүләк отоуҙа ҡатнаша ала.
Квитанцияларҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһына алып килергә йәиһә [email protected] адресы буйынса электрон почта аша ебәрергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 2-00-32.
Декабрҙә төп бүләк – термопот уйнатыла.
2023 йылға яҙылыу хаҡтары:
Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә):
1 айға – 163,22 һум,
6 айға – 979,32 һум.
Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәгендәге ойошмаларҙа кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта):
1 айға – 127 һум;
6 айға – 762 һум.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда:
1 айға – 111 һум,
6 айға – 666 һум.
Электрон версияһы:
1 айға – 130 һум,
6 айға – 780 һум.

Автор:Лариса Михалькова