Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
28 Октябрь 2022, 09:25

Яҙыл һәм бүләк от!

25 октябрҙә 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәрҙең береһе уйнатылды. Был юлы бүләк Салйоғот ауылынан Владислав Тимербаевҡа сыҡты. Ул – радио отто. Призды ҡатыны Айгөл Ринат ҡыҙы килеп алды.

Яҙыл һәм бүләк от!
Яҙыл һәм бүләк от!

– Гәзитте 20 йыл самаһы алдырабыҙ, – ти Айгөл Ринат ҡыҙы. – Уны айырыуса ҡәйнәм уҡырға ярата, ә мин яңылыҡтарҙы йыш ҡына “Бәйләнештә”ге гәзит төркөмөндә ҡарайым.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, яҙылығыҙ һәм квитанцияларығыҙҙы килтерегеҙ. Бүләк отоуҙа “Мәсетле тормошо” район гәзитенә кәмендә 6 айға яҙылған уҡыусыларыбыҙ ҡатнаша ала.
Квитанцияларҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһына алып килергә йәиһә handugas@ mail.ru адресы буйынса электрон почта аша ебәрергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 2-00-32.
Сираттағы фен, блендер, мендәр, термос үҙенең хужаларын көтә. Ә декабрҙә төп бүләк – термопот уйнатыла.
Тиҙерәк яҙылып, уңышығыҙҙы һынап ҡалығыҙ, бәлки, тап һеҙ приздарҙың береһенә эйә булырһығыҙ.
2023 йылға яҙылыу хаҡтары
Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә): 1 айға – 163,22 һум, 6 айға – 979,32 һум.
Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәгендәге ойошмаларҙа кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта): 1 айға – 127 һум; 6 айға – 762 һум.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда: 1 айға – 111 һум, 6 айға – 666 һум.
Электрон версияһы: 1 айға – 118,06 һум, 6 айға – 708,36 һум.

Автор:Лариса Михалькова