Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Октябрь 2022, 10:05

Бүләктәрҙең береһе үҙ хужаһына оҙатылды

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы һәр ярты йыл һайын үҙенең уҡыусылары араһында “Яҙыл һәм бүләк от!” акцияһын уҙғара.

Бүләктәрҙең береһе үҙ хужаһына оҙатылды
Бүләктәрҙең береһе үҙ хужаһына оҙатылды

2023 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәрҙең береһе уйнатылды ла инде. Ғәҙәттәгесә, һәр квитанцияла теркәү һаны яҙылды. Жетондар үтә күренмәле йәшниккә урынлаштырылды.
Бына беренсе бүләк отоусының исеме билдәле лә булды: ул – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Рәйсә Мөхәрәмова. Бүләккә сыҡҡан үтекте еңеүсенең ҡыҙы килеп алды. Гәзитебеҙҙең даими уҡыусыһы булған еңеүсене ихлас ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, яҙылығыҙ һәм квитанцияларығыҙҙы килтерегеҙ. Бүләктәр отоуҙа “Мәсетле тормошо” район гәзитенә кәмендә 6 айға яҙылған уҡыусыларыбыҙ ҡатнаша ала.
Квитанцияларҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса гәзит редакцияһына алып килергә йәиһә [email protected] адресы буйынса электрон почта аша ебәрергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 2-00-32.
Сиратта фен, радио, блендер, мендәр, термос уйнатыу. Ә декабрҙә төп бүләктең хужаһы билдәләнәсәк – уны термопот көтә.
Тиҙерәк яҙылып, уңышығыҙҙы һынап ҡалығыҙ, бәлки, тап һеҙ приздарҙың береһенә эйә булырһығыҙ.

2023 йылға яҙылыу хаҡтары

Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә): 1 айға – 163,22 һум, 6 айға – 979,32 һум.

Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәгендәге ойошмаларҙа кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта): 1 айға – 127 һум; 6 айға – 762 һум.

Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда: 1 айға – 111 һум, 6 айға – 666 һум.

Электрон версияһы: 1 айға – 118,06 һум, 6 айға – 708,36 һум.

Бүләктәрҙең береһе үҙ хужаһына оҙатылды
Бүләктәрҙең береһе үҙ хужаһына оҙатылды
Автор:Лариса Михалькова