Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Июль 2022, 09:55

Төп бүләккә лайыҡ булыусы билдәләнде

Ярты йыл һайын “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы үҙенең уҡыусылары араһында “Яҙыл һәм от!” акцияһын үткәрә.

Төп бүләккә лайыҡ булыусы билдәләнде
Төп бүләккә лайыҡ булыусы билдәләнде

6 июлдә гәзиткә 2022 йылдың ярты йыллығына яҙылыусылар араһында суперприз уйнатылды. Суперприз – электр ит турағысы. Унда ҡатнашыу өсөн 140 квитанция килде. Йола буйынса, уларҙың һәр береһенә махсус номер бирелде. Жетондар үтә күренмәле йәшниккә урынлаштырылды.
Акция еңеүсеһе билдәләнде, ул – 81-се булып теркәләгән квитанция эйәһе – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Ольга Ваһапованың бәхетле номеры булды.
– Район гәзитен бала саҡтан уҡ уҡыйым, ул ваҡытта ул “Еңеүҙәргә” тип аталды, уны ата-әсәйем алдыра торған ине. Ауыр ваҡыттар булыуға ҡарамаҫтан, беҙ һәр ваҡыт гәзиттең тоғро уҡыусы булып ҡалдыҡ, – тип һөйләй Ольга Александровна. – Ә унһыҙ нисек?! Райондың барлыҡ яңылыҡтарын да уның аша беләбеҙ. Хатта ейәндәр ҙә гәзитте ҡыҙыҡһынып уҡый.
Гәзитебеҙҙе даими уҡыусыларыбыҙ иҫәбендә булған еңеүсене ихлас ҡотлайбыҙ. Заманса технологиялар быуатына ҡарамаҫтан, район халҡының баҫма матбуғатҡа тоғро ҡалыуы ҡыуаныслы.

Автор:Лариса Михалькова