Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Июнь 2022, 09:45

Яҙыл һәм бүләк от!

Мәсетлеләр “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто баҫмаларына яҙылған өсөн һыуытыу камераһы, телевизор, ноутбук, мотоблок, велосипед ота ала.

Яҙыл һәм бүләк от!
Яҙыл һәм бүләк от!

Конкурста ҡатнашыу өсөн 2022 йылдың икенсе яртыһына йәки 2022 йылға яҙылыу кампанияһы осоронда ике баҫмаға яҙылырға кәрәк. Баҫмаларҙың исемлеге менән http://www.rbsmi.ru сайтындағы “Яҙылыу” (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/) бүлегендә танышырға була. Конкурста ҡатнашыуға 2022 йылдың 1 февралендә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башлан-ғандан алып тултырылған бөтә квитанциялар ҙа ҡабул ителә.
Исемегеҙ, адресығыҙ һәм бәйләнеш телефоны күрһәтелгән квитанцияның күсермәһен 2022 йылдың 15 июленә тиклем “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң ваҡытлы матбуғат таратыу бүлегенә ебәрергә кәрәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, “Яҙыл һәм бүләк от!” билдәһе менән.
Еңеүселәр 2022 йылдың июлендә Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында билдәләнә. Йомғаҡтары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт конкурс сайтында (http://www. rbsmi.ru) урынлаштырыласаҡ. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 226-99-54.
Шуныһы мөһим: матбуғатҡа яҙылыусы республика конкурсында ла, район гәзите редакцияһы ойошторған конкурста ла ҡатнаша ала.
Был юлы бүләк Яңы Мишәр ауылынан Ғаян Хажиевҡа сыҡты. Ул үтек отто. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланғас, төп бүләк – ЭЛЕКТР ИТ ТУРАҒЫС уйнатыла.
Иғтибар! 6 – 16 июндә матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үткәрелә. Был осорҙа гәзит-журналдарға яҙылғанда, 10% ташлама яһала.

Автор:Лариса Михалькова