Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Май 2022, 10:10

Гәзиткә өйҙә яҙылыу

Район гәзитенә яҙылыусылар араһында тәүге бүләк уйнатылды.Уны Әжекәй ауылынан Рәмилә Әмирова отто. Уға сәйнүк сыҡты.Рәмилә Ғәлимйән ҡыҙы район гәзитен 1970 йылдан бирле алдыра.– Районканан башҡа йәшәп булмай, – ти ул.

Гәзиткә өйҙә яҙылыу
Гәзиткә өйҙә яҙылыу

2022 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу кампанияһы дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Мәсетле тормошо”гәзитенә почта бүлексәһендә, почтальон аша, гәзит редакцияһына килеп яҙылырға мөмкин.
16 майҙан почта аша гәзиткә яҙылыусылар өсөн “Гәзиткә өйҙә яҙылыу” акцияһы старт алды. Ошо уңайлы мөмкинселек менән барлыҡ теләүселәр ҡуллана ала. Бының өсөн 8 (34770) 2-00-32 телефонына шылтыратырға һәм гәзиткә өйҙә яҙылырға квитанция тултырыу өсөн менеджерҙы саҡырыр-ға кәрәк.
2022 йылдың алты айына гәзиткә яҙылыусыларҙың барыһы ла бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша ала.
Яҙылығыҙ һәм бүләк уйнатыуҙа ҡатнашығыҙ!

2022 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу хаҡтары:

Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә):
1 айға – 149,25 һум,
6 айға – 895,50 һум.

Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәгендәге ойошмаларға кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта):
1 айға – 123 һум;
6 айға – 738 һум.

Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда:
1 айға – 107,33 һум,
6 айға – 643,98 һум.

Электрон версияһы:
1 айға – 118,06 һум,
6 айға – 708,36 һум.

Гәзиткә өйҙә яҙылыу
Гәзиткә өйҙә яҙылыу
Автор:Лариса Михалькова