Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
18 Май 2022, 11:40

Бүләктәр һеҙҙе көтә

2022 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы дауам итә.Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, 16 майҙан йыл һайын уҙғарылған бүләк уйнатыу йолаһы старт ала. Ул аҙна һайын барасаҡ.

Бүләктәр һеҙҙе көтә
Бүләктәр һеҙҙе көтә

Гәзиткә яҙылыусылар өсөн беҙ бик яҡшы бүләктәр әҙерләнек: электр үтеге, электр сәйнүге, кәстрүл һәм сәйнүктәр. Бүләк уйнатыу аҙна һайын уҙа. Ә яҙылыу кампанияһы тамамланыу менән төп приз – ЭЛЕКТР ИТ ҮТКӘРГЕСЕ уйнатыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн һеҙгә 2022 йылдың алты айына район гәзитенә яҙылырға һәм квитанцияның күсермәһен [email protected] электрон почтаһына ебәрергә йәиһә гәзит редакцияһына шәхсән алып килергә кәрәк. Шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса почта аша ебәрергә мөмкин.
Беҙ һеҙҙең квитанцияларҙы көтөп ҡалабыҙ! Яҙылығыҙ һәм бүләк уйнатыуҙа ҡатнашығыҙ!

Автор:Лариса Михалькова