Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Апрель 2022, 09:40

Яҙылыу ун көнлөгө

2022 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды. Ә 4 апрелдән 14-енә тиклем матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителә. Был осорҙа “Мәсетле тормошо” гәзитенә 10 процент ташлама менән яҙылырға мөмкин.

Яҙылыу ун көнлөгө
Яҙылыу ун көнлөгө

2022 йылдың икенсе яртыһына почта бүлексәһендә, “Рәсәй почтаһы” сайтының “Онлайн яҙылыу” бүлегендә, почтальон ярҙамында өйҙә, шулай уҡ гәзит редакцияһына килеп яҙылырға мөмкин. Матбуғатҡа яҙылыуҙың ун көнлөгөндә почта аша 6 айға яҙылыу хаҡы 895,50 һум урынына 793,32 һум тәшкил итәсәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34770) 2-00-32.


Әйткәндәй,
Башҡортостанда йәшәүселәр һәм ойошмалар “Изгелек ағасы” федераль программаһы сиктәрендә социаль учреждениелар адресына матбуғат баҫмаларына яҙылыуға ҡушыла ала. Балалар йортон, хосписты, интернатты, ҡарттар йортон һәм бүләк итергә уйлаған баҫманы почта бүлексәһендә, шулай уҡ “Рәсәй почтаһы” сайтында һайларға мөмкин.

Автор:Лариса Михалькова