Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Декабрь 2021, 10:15

Гәзиткә яҙылып, уңышыңды һынап ҡал!

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалыуын иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ.

Гәзиткә яҙылып, уңышыңды һынап ҡал!
Гәзиткә яҙылып, уңышыңды һынап ҡал!

Был аҙнала гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында алдан иғлан ителгән һуңғы бүләк уйнатылды. Был юлы һарыҡ йөнөнән эшләнгән мендәрҙе Йонос ауылынан Фәүзиә Мөхәрәмова (һүрәттә) отто. Еңеүсене уңышы менән ҡотлайбыҙ!
Алда гәзиткә яҙылыусыларҙы тул-ҡынландырғыс мәл көтә – дүшәмбе, 27 декабрҙә, көндөҙгө сәғәт 4-тә төп бүләк – ТЕЛЕВИЗОР уйнатыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бүләк уйнатыуҙа 2022 йылдың алты айына район гәзитенә яҙылыусыларҙың барыһы ла ҡатнаша ала.
Бының өсөн һеҙгә квитанцияның күсермәһен [email protected] адресы буйынса электрон почтаға ебәрергә йәки гәзит редакцияһына шәхсән килтерергә, йәиһә почта аша Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса ебәрергә кәрәк.
Беҙ һеҙҙең квитанцияларығыҙҙы 27 декабргә тиклем көтәбеҙ! Яҙылығыҙ һәм уңышығыҙҙы һынағыҙ!

2022 йылға яҙылыу хаҡтары:
Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә):
1 айға – 146,11 һум;
6 айға – 876,66 һум;
12 айға – 1579,86 һум.

Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәгендәге ойошмаларға кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта алып барыла):
1 айға – 115 һум;
6 айға – 690 һум;
12 айға – 1182 һум.

Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда:
1 айға – 101 һум,
6 айға – 606 һум,
12 айға – 1028 һум.

Электрон версияһы:
1 айға – 118,06 һум,
6 айға – 708,36 һум,
12 айға –1204,25 һум.

Автор:Лариса Михалькова