Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Декабрь 2021, 16:10

Арзан хаҡҡа яҙылырға өлгөрөп ҡалығыҙ

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, әле гәзит-журналдарға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө бара. Тимәк, 16 декабргә тиклем “Мәсетле тормошо” гәзитенә отошло хаҡ менән яҙылыу мөмкинселеге бар.

Арзан хаҡҡа яҙылырға  өлгөрөп ҡалығыҙ
Арзан хаҡҡа яҙылырға өлгөрөп ҡалығыҙ

Район гәзитенә яҙылыусылар араһында сираттағы бүләк уйнатылды.
Был юлы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Зоя Цапаловаға (фотола) уңыш килде. Еңеүсене йылы юрған отоуы менән ҡотлайбыҙ!
Зоя Никифоровна – педагогик хеҙмәт ветераны. Районканы оҙаҡ йылдар дауамында алдырып уҡып бара.
– “Мәсетле тормошо” гәзитен мин бик күптән алдырам, – ти ул. – Был баҫма минең өсөн районда барған яңылыҡ, хәлдәрҙе белеү сығанағы. Район халҡы һәм улар өлгәшкән ҡаҙаныштар тураһында яҙылған мәҡәләләрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйым.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бүләк уйнатыуҙа 2022 йылдың алты айына район гәзитенә яҙылыусыларҙың барыһы ла ҡатнаша ала.
Бының өсөн һеҙгә квитанцияның күсермәһен [email protected] электрон адресына ебәрергә йәки гәзит редакцияһына шәхсән килтерергә, йәиһә почта аша Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса ебәрергә кәрәк.
Оҙаҡламай гәзиткә яҙылыусылар араһында төп приз – ТЕЛЕВИЗОР уйнатыла.
Беҙ һеҙҙең квитанцияларҙы көтөп ҡалабыҙ!

Арзан хаҡҡа яҙылырға  өлгөрөп ҡалығыҙ
Арзан хаҡҡа яҙылырға өлгөрөп ҡалығыҙ
Автор:Лариса Михалькова