Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Декабрь 2021, 15:35

Түбән хаҡҡа яҙылырға өлгөрөп ҡалығыҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!6 декабрҙән 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына баҫмаларға түбән хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө старт ала. Ул 16 декабргә тиклем дауам итә. Был осорҙа “Мәсетле тормошо” гәзитенә һиҙелерлек түбән хаҡҡа яҙылырға мөмкин.

Түбән хаҡҡа яҙылырға  өлгөрөп ҡалығыҙ!
Түбән хаҡҡа яҙылырға өлгөрөп ҡалығыҙ!

Беҙҙең баҫмаға һеҙ почта бүлексәһе аша, редакцияға килеп, шулай уҡ онлайн яҙыла алаһығыҙ.
Бынан тыш, яҙылыусылар араһында аҙна һайын бүләк уйнатыу дауам итә. Яңы йыл алды еңеүсеһен төп приз – ТЕЛЕВИЗОР көтә.
Сираттағы приз Һөләймән ауылынан Мәүлиҙә Фазыловаға сыҡты. Ул мендәр отто (һүрәттә).
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн һеҙгә 2022 йылдың алты айына район гәзитенә яҙылырға һәм квитанцияның күсермәһен [email protected] электрон адресына ебәрергә йәиһә гәзит редакцияһына шәхсән алып килергә кәрәк. Шулай уҡ почта аша Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресына ебәрергә мөмкин.
Беҙ һеҙҙең квитанцияларҙы көтөп ҡалабыҙ!
Яҙылығыҙ һәм уңышығыҙҙы һынап ҡалығыҙ!

Түбән хаҡҡа яҙылырға  өлгөрөп ҡалығыҙ!
Түбән хаҡҡа яҙылырға өлгөрөп ҡалығыҙ!
Автор:Лариса Михалькова