Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Ноябрь 2021, 10:00

Баҫмаға яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу дауам итә

Хөрмәтле мәсетлеләр, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: район гәзитенә яҙылыу кампанияһы дауам итә.

Баҫмаға яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу дауам итә
Баҫмаға яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу дауам итә

Гәзиткә яҙылыусылар араһында сираттағы бүләк уйнатылды. Был юлы Һабанаҡ ауылынан Йәнифә Хәбибуллинаға бүләк сыҡты. Ул һарыҡ йөнөнән мендәр отто. Приз еңеүсенең ейәнсәре Азалия Мөхәмәтвәлиеваға тапшырылды.
Йәнифә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Иглин районында тыуып үҫкән. Тормош иптәше Венер Зәбихулла улы менән Мәсетле районында 1964 йылдан алып йәшәй-ҙәр, ошо ваҡыттан уҡ ул район гәзитен даими алдырып уҡый. Йәнифә Хәбибуллина оҙаҡ йылдар Һабанаҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға, ә ире мал һимертеү совхозында водитель булып эшләй. Быйыл июндә Йәнифә Ғөбәйҙулла ҡыҙы 80 йәшлек юбилейын билдәләгән. Юбилярҙы ысын күңелдән бүләк отоуы менән ҡотлайбыҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бүләк уйнатыу-ҙа ҡатнашыу өсөн һеҙгә 2022 йылдың алты айына район гәзитенә яҙылырға һәм квитанцияның күсермәһен [email protected] электрон почтаға ебәрергә йәиһә гәзит редакцияһына шәхсән алып килергә кәрәк. Шулай уҡ почта аша Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресына ебәрергә мөмкин.
Беҙ һеҙҙең квитанцияларҙы көтөп ҡалабыҙ! Яҙылығыҙ һәм бүләк уйнатыуҙа ҡатнашығыҙ!

Баҫмаға яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу дауам итә
Баҫмаға яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу дауам итә
Баҫмаға яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу дауам итә
Автор:Лариса Михалькова