Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Ноябрь 2021, 11:35

Старт бирелде

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы гәзиткә яҙылыусылар араһында тәүге бүләкте уйнатты. Шулай итеп, беренсе булып уңыш Теләш ауылынан Флорит Камаловҡа йылмайҙы. Ул һарыҡ йөнөнән һырылған юрған отто. Бүләк отоусыны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Старт бирелде
Старт бирелде

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн һеҙгә 2022 йылдың алты айына район гәзитенә яҙылырға һәм квитанцияның күсермәһен [email protected] электрон почтаға ебәрергә йәиһә гәзит редакцияһына шәхсән алып килергә кәрәк. Шулай уҡ почта аша Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресына ебәрергә мөмкин.
Яратҡан гәзитегеҙгә яҙылырға һәм бүләк оторға ашығығыҙ.

2022 йылға яҙылыу хаҡтары:
Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә): 1 айға – 146,11 һум, 6 айға – 876,66 һум, 12 айға – 1579,86 һум.
Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәгендәге ойошмаларға кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта алып барыла): 1 айға – 115 һум; 6 айға – 690 һум; 12 айға – 1182 һум.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда: 1 айға – 101 һум, 6 айға – 606 һум, 12 айға – 1028 һум.
Электрон версияһы: 1 айға – 118,06 һум, 6 айға – 708,36 һум, 12 айға –1204,25 һум.

Старт бирелде
Старт бирелде
Старт бирелде
Автор:Наталья  Русинова