Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Октябрь 2021, 12:00

Район гәзите аҙнаһына бер сыға башлаясаҡ

Яңы форматҡа күсеү “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу хаҡын түбәнәйтергә ярҙам итте. Беҙ оҙаҡ йылдар дауамында беренсе тапҡыр хаҡты күтәрмәйбеҙ, ә гәзитте илтеү хеҙмәтен кәметеү иҫәбенә, уның яҙылыу хаҡын төшөрәбеҙ.

Район гәзите аҙнаһына бер сыға башлаясаҡ
Район гәзите аҙнаһына бер сыға башлаясаҡ

Яңы йылдан район гәзитен һиҙелерлек үҙгәрештәр көтә. Ҡәҙимге, шишәмбе көн сыҡҡан дүрт һәм йомалағы һигеҙ битле баҫма бер аҙналыҡҡа әйләнә. Тимәк, ике тапҡыр сыҡҡан гәзит яңы йылдан 12 битлек булып аҙнаһына бер тапҡыр киләсәк.

2022 йылдың беренсе яртыһына яҙылыу хаҡтары:

Почта аша (почтальондар гәзитте өйгә илтеп бирә):
1 айға – 146,11 һум,
6 айға – 876,66 һум,
1 йылға – 1579,86 һум.

Редакция хеҙмәткәре илтеп бирә (район үҙәгендәге ойошмаларға кәмендә биш хеҙмәткәр яҙылған осраҡта илтеп бирелә):
1 айға – 115 һум;
6 айға – 690 һум;
1 йылға – 1182 һум.

Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда:
1 айға – 101 һум,
6 айға – 606 һум,
1 йылға – 1028 һум.

Электрон версияһы:
1 айға – 118,06 һум,
6 айға – 708,36 һум,
1 йылға –1204,25 һум.

Яратҡан баҫмаларға ғәҙәттәгесә почта бүлеге аша, шулай уҡ онлайн яҙылыу ҙа мөмкин. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто өйҙән сыҡмайынса ғына, бер нисә минут эсендә яратҡан баҫмаларға яҙылыуҙы тәҡдим итә.
Онлайн-яҙылыу сервисын rbsmi.ru. сайтында файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтының “Яҙылыу” бүлегендә баҫма йәиһә электрон (шәхси кабинет-ҡа алыу мөмкинселеге менән) булған гәзит-журналды һайларға һәм яҙылыуҙы башҡарырға.
Бынан тыш, беҙҙең матбуғатҡа яҙылыусылар бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнаша ала.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Яҙыл һәм бүләк от” дөйөм республика конкурсы уҙғара. Унда ҡатнашыу өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендәге ике баҫмаға, йәғни бер республика, бер район баҫмаһына яҙылырға кәрәк. Һеҙҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Бүләк уйнатыу 2022 йылдың ғинуар һуңында уҙа һәм БСТ телеканалы аша тура эфирҙа күр-һәтелә. Ҡатнашыу өсөн 2022 йылдың 15 ғинуарына тиклем ирекле формала ғариза яҙып, йәшәгән адрес, телефон һандарын күрһәтеп һәм квитанция күсермәһен ҡушып 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресы буйынса Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының 212-се кабинетына “Яҙыл һәм бүләк от” билдәһен ҡуйып йәиһә [email protected] электрон адресҡа ебәрергә.
Быға өҫтәмә рәүештә “Мәсетле тормошо” район гәзите яҙылыусылар араһында ғәҙәттәгесә бүләктәр уйната.
Шарты – 2022 йылдың алты айына районкаға яҙылырға, бер йылға яҙылыу ҙа хуплана.
Республика матбуғатына яҙылыу – 15 декабргә, ә район һәм ҡала баҫмаларына яҙылыу 20 декабргә тиклем дауам итә.

Автор:Наталья  Русинова