Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Сентябрь 2021, 16:00

Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы старт алды

1 сентябрҙән 2022 йылдың тәүге яртыһына һәм 2022 йылға тулыһынса гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Республика, район һәм ҡала гәзит-журналдарына төрлө ысул менән һәм төрлө ваҡытҡа яҙылырға мөмкин.

Гәзит-журналдарға яҙылыу  кампанияһы  старт алды
Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы старт алды

Бөгөн “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто республиканың 145 популяр гәзит һәм журналын, шул иҫәптән балалар, үҫмерҙәр өсөн, милли баҫмаларҙы берләштерә.
Яратҡан баҫмағыҙға ғәҙәти ысул менән почта аша яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ, өйҙән сыҡмай ғына, бер нисә минут эсендә онлайн яҙылырға була.
Онлайн яҙылыу сервисы менән rbsmi.ru сайтында файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн “Подписка” бүлегендә (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/) гәзит йәки журналдың баҫма йәки электрон вариантын һайларға һәм тултырырға ғына кәрәк. Электрон баҫма шәхси кабинетығыҙға килә.
Республика баҫмаларына яҙылыусылар төрлө бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша ала. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Яҙыл һәм бүләк от” республика конкурсы иғлан итә. Унда ҡатнашыу өсөн https://rbsmi.ru/ catalog/podpiska/ бүлегенән бер республика һәм бер район баҫмаһына яҙылырға кәрәк. Һеҙҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Приз 2022 йылдың ғинуар һуңында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында уйнатыласаҡ.
Унда ҡатнашыу өсөн, адресығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефонды күрһәтеп, ҡатнашыуға заявканы һәм 6 айға йәки бер йылға баҫмаға яҙылған квитанцияғыҙҙы 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресы буйынса БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһына 212-се кабинетҡа “Яҙыл һәм бүләк от” билдәһе менән йәки 2022 йылдың 15 ғинуарына тиклем [email protected] электрон адресына ебәрегеҙ.
Республика баҫмаларына яҙылыу 15 декабргә тиклем дауам итә, район һәм ҡала гәзиттәренә – 20 декабргә тиклем.

Гәзит-журналдарға яҙылыу  кампанияһы  старт алды
Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы старт алды
Автор:Лариса Михалькова