Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Июнь 2021, 16:05

“Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыусылар араһында сираттағы бүләк уйнатылды

Был юлы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Рауфил Сабиров еңеүсе тип табылды. Ул термос отто. Еңеүсене ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бүләк уйнатыу аҙна һайын уҙа. Төп бүләк – телевизор 25 июндә уйнатыла.
“Яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында 2021 йылдың икенсе яртыһына алты айға районкаға яҙылған һәр кем ҡатнаша ала. Киләһе бүләк уйнатыуҙа ҡатнашырға ашығығыҙ!
Кире бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрегеҙ (телефон һандары) яҙылған квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен [email protected] адресы буйынса электрон почтаға көтөп ҡалабыҙ. Шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса килтерергә, почта йәки таныштарығыҙ аша ебәрергә мөмкин.
7 июндән 17-һенә тиклем матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө старт алды. Ошо ваҡыт эсендә “Мәсетле тормошо” гәзитенә 10% ташлама менән яҙылыу отошло.
Ун көнлөктә яҙылыу хаҡтары:
“Рәсәй почтаһы” аша
1 айға – 147,67 һум,
6 айға – 886,03 һум;
редакция аша
(үҙегеҙгә килеп алырға)
1 айға – 86,44 һум,
6 айға – 518,61 һум;
электрон версия
1 айға – 95,40 һум,
6 айға – 572,40 һум.