Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Июнь 2021, 10:40

Ун көнлөк старт ала

7 июндән 17-һенә тиклем матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө старт ала. Был ваҡыт эсендә “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу отошло – 10% ташлама яһала.

Ун көнлөктә яҙылыу хаҡтары:
“Рәсәй почтаһы” аша
1 айға – 147,67 һум,
6 айға – 886,03 һум;
редакция аша (үҙегеҙгә килеп алырға)
1 айға – 86,44 һум,
6 айға – 518,61 һум;
электрон версия
1 айға – 95,40 һум,
6 айға – 572,40 һум.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһының үҙ уҡыусылары араһында бүләк уйнатыуы тураһында ла хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ.
“Яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында 2021 йылдың икенсе яртыһына алты айға районкаға яҙылған һәр кем ҡатнаша ала. Приз фондында – бер нисә бүләк, ә иң төп бүләк – телевизор! Ике бүләк уйнатылды ла инде, киләһе бүләк уйнатыуҙан тороп ҡалмағыҙ – квитанцияларығыҙҙы килтерегеҙ!
Кире бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрегеҙ (телефон һандары) яҙылған квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен [email protected] адресы буйынса электрон почтала көтөп ҡалабыҙ. Шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса килтерергә, почта йәки таныштарығыҙ аша ебәрергә мөмкин.