Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
28 Май 2021, 10:40

Гәзиткә яҙылды һәм бүләк отто

“Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыусылар араһында сираттағы бүләк уйнатыу уҙҙы.Был юлы Салйоғот ауылынан Филиза Хәтмуллина еңеүсе булды.

– Район гәзитенә оҙаҡ йылдар яҙылып, бөтә ғаилә менән ҡыуанып уҡыйбыҙ. Уның биттәре аша райондағы яңылыҡтар, хәл-ваҡиғалар менән танышабыҙ. Яҡшы кешеләр, бигерәк тә ауылдаштар тураһында яҙылған мәҡәләләр күңелгә хуш килә. Почтальоныбыҙ Рафиҡ Ҡадировты билдәләп үтергә теләйем. Беҙ унан уңдыҡ: баҫма матбуғат, квитанциялар ваҡытында килә. Эш менән мәшғүл булып, онотолоп киткән саҡтарҙа ауылдаштарына яҙылыу кампанияһы башланыуы хаҡында иҫкә төшөрә, – ти Филиза Абдулла ҡыҙы. – Бүләк отоуым хаҡында хәбәр иткәс, мин тәүҙә ышанманым. Ҙур рәхмәт!
Сираттағы бүләк уйнатыуҙың еңеүсеһен ихлас ҡотлайбыҙ һәм уның менән дуҫлығыбыҙ оҙаҡ йылдар дауам итеренә ышанабыҙ. Ә кемдәр әле бүләк отмаған, өмөттәрегеҙҙе өҙмәүегеҙҙе һорайбыҙ. Беҙҙең яратҡан гәзит уҡыусыбыҙ булып ҡалығыҙ һәм һеҙгә лә бәхет мотлаҡ йылмаясаҡ! Бының өсөн бары тик ярты йылға “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылырға һәм квитанцияны редакцияға алып килергә йә булмаһа почта аша ебәрергә кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: төп призға алын- ған телевизор 25 июндә уйнатыла.