Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Май 2021, 12:00

“Яҙыл һәм бүләк от” конкурсының тәүге еңеүсеһе

“Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыусылар араһында тәүге бүләк уйнатыу уҙҙы.

2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара. 14 майға ҡарата 40-ҡа яҡын гәзит уҡыусыбыҙ бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн үҙҙәренең квитанцияларын алып килде. Нәҡ шулар араһында беҙ тәүге бүләкте уйнаттыҡ. Был юлы бәхет Айып ауылынан Рәзилә Абдулхаковаға йылмайҙы.
Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ һәр йома һайын уҙғарылған киләһе бүләк уйнатыуҙа ҡатнашып, приз ота ала. Бының өсөн кире бәйләнеш мәғлүмәте яҙылған квитанция күсермәһен редакцияға шәхсән алып килергә йәки Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса почта аша ебәрергә, йәиһә таныштар аша тапшырырға мөмкин. Шулай уҡ квитанцияларығыҙҙы [email protected] электрон почтаһында көтәбеҙ.
Төп призға ҡаралған телевизор 25 июндә уйнатыла.
Һеҙҙең квитанцияларҙы көтөп ҡалабыҙ!