Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Май 2021, 11:00

Яҙыл һәм бүләк от!

2021 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы дауам итә.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Мәсетле тормошо” гәзите үҙенең уҡыусылары араһында бүләктәр уйната.
“Яҙыл һәм бүләк от!” конкурсында һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн бары тик район гәзитенә алты айға, 2021 йылдың икенсе яртыһына, яҙылырға кәрәк.
Приз фондында бер-нисә бүләк әҙерләнгән, шуларҙың береһе – телевизор.
Кире бәйләнеш өсөн мәғлүмәт яҙыл-ған квитанция күсермәһен [email protected] электрон почтаһына көтәбеҙ. Шулай уҡ редакцияға шәхсән килтерергә, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса почта аша ебәрергә йәиһә таныштар аша тапшырырға мөмкин.
Яҙылыу хаҡтары:
“Рәсәй почтаһы” аша:
1 айға – 164,08 һум,
6 айға – 984,48 һум.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алғанда:
1 айға – 96,04 һум,
6 айға – 576,24 һум.
Электрон версия:
1 айға – 106 һум,
6 айға – 636 һум.
Район гәзитенә яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!