Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Февраль 2021, 16:00

Тоғроларға уңыш юлдаш

Бүләк алыу ҙа, бүләк биреү ҙә оло кинәнес бирә. Шуның өсөн дә “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, үҙенең тоғро уҡыусыларын ҡыуандырып, улар араһында йылына ике тапҡыр приздар уйната.

Мәсетлеләр район гәзитенән тыш, республика баҫмаларына ла әүҙем яҙыла һәм уңыштарын һынап ҡарау өсөн квитанцияларын редакцияларға ебәрә. “Яҙыл һәм бүләк от!” гәзит-журналдарға яҙылыу акцияһы барышында Дыуан-Мәсетле ауылынан Гөлнара Ғәлиева 2021 йылдың тәүге яртыһына “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына яҙылып, электр сәйнүге отҡан.
– 25 йыл мәктәптә химия һәм биология фәндәрен уҡытам. Яратҡан журналымдан айырылғаным юҡ. Унан башҡа йыл һайын район гәзитенә һәм уҡытыу эшендә кәрәкле журналдарға яҙылам. “Приусадебное хозяйство” журналын яратып уҡыйым, – тип һөйләй Гөлнара Урал ҡыҙы.
Әйткәндәй, ул “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы ойошторған акцияла ҡатнашып, икенсе тапҡыр бүләк ота. 2020 йылдың беренсе яртыһына журналға яҙылыу һөҙөмтәләре буйынса бүләккә фен сыға. Ебәреп ҡарайым әле, бәлки уңыш йылмайыр, тип, гәзиттең даими уҡыусыһы киләһе ярты йыллыҡта өс акцияла ҡатнашырға була: “Мәсетле тормошо” гәзите, “Башҡортостан уҡытыусы-һы” журналы редакцияларына һәм “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона квитанция күсермәләрен ебәрә. Уңыш оҙаҡ көттөрмәй. Бына шулай, дуҫтар, яҙылығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!
Әйткәндәй,
2021 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһалды. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы биш йылда матбуғатҡа яҙылыу кимәле түбән төшөүҙән туҡтап ҡалды – “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто баҫмаларына яҙылыу кимәле, уҙған йыл менән сағыштырғанда, юғары күтәрелде. Хәҙерге заманда һанлы мәғлүмәт сығанаҡтары киң аудиторияны яулай барһа ла, ҡағыҙҙа баҫылған гәзит-журналдарға ҡыҙыҡһыныу кәмемәй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йылдың 1 февраленән икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа ваҡытынан алда яҙылыу кампанияһы башланды.