Был көндө “Рәсәй почтаһы” баҫмаларҙың яңы һандары күргәҙмәһен ойошторҙо, 1000-дән ашыу күңел асыу, сәйәси-иҡтисади, фәнни, балалар гәзите һәм журналдарына ташлама менән яҙылыу мөмкинлеген бирҙе. Һәр яҙылыусыға бүләккә гәзит-журнал тапшырылды.
Унан тыш, был көндө “Рәсәй почтаһы” аша “Мечетлинская жизнь”- “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыусылар бүләк уйнатыуҙа ҡатнашты. Был юлы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Валерий Ғәҙелшин (һүрәттә) менән Сәриә Вәлиеваға уңыш йылмайҙы.
Район гәзитенә яҙылған башҡа мәсетлеләр үҙҙәренең уңышын “Яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында һынай ала. Бының өсөн “Мәсетле тормошо” гәзитенә алты айға яҙылып, кире бәйләнеш өсөн телефон һандары күрһәтелгән квитанция күсермәһен редакцияға алып килергә йәки почта аша ебәрергә кәрәк. Бүләктәр 25 декабрҙә уйнатыла.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө 20 декабргә тиклем оҙайтылды. Ошо ваҡыт эсендә һеҙ беҙҙең баҫмаға 10% ташлама менән яҙыла алаһығыҙ. Ашығығыҙ!
Оло йәштәге кешеләр гәзиткә яҙылыу өсөн 2-00-62 телефон һандары буйынса почта элемтәһенә шылтыратып, почта хеҙмәткәрҙәрен өйҙәренә саҡыра ала, шулай уҡ 2-00-32 һандары аша гәзит редакцияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Яҙылыу хаҡтары:
“Рәсәй почтаһы” аша: 1 айға – 149,47 һум, 6 айға – 896,82 һум;
редакция аша (үҙегеҙгә килеп алырға): 1 айға – 86,39 һум, 6 айға – 518,34 һум.