Оло Ыҡтамаҡ почта элемтәһе бүлеге 11 декабрҙә “Мәсетле тормошо” район гәзите редакцияһы менән берлектә Матбуғатҡа яҙылыу көнө уҙғара. Был көндә “Рәсәй почтаһы” гәзит-журналдарҙың яңы һандарынан күргәҙмә ойоштора, 1000-дән ашыу ҡыҙыҡлы, сәйәси-иҡтисади, фәнни, балалар матбуғатына ташлама менән яҙылыу мөмкинлеге бирә. Һәр яҙылыусыға бүләккә гәзит-журнал әҙерләнгән. Ә “Мәсетле тормошо” гәзитенә ярты йылға яҙылғандар араһында бүләк уйнатыу ойошторола.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙе Оло Ыҡтамаҡ почта элемтәһе бүлегендә иртәнге сәғәт 11-ҙә матбуғат көнөндә көтөп ҡалабыҙ. Яратҡан гәзит-журналдарығыҙға арзан хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!