Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Ноябрь 2020, 14:38

Араларҙың алыҫлығын кем яҡынайта?

Йырҙа йырланғанса, араларҙың алыҫлығын яҡынайтыусы ла, һағынғанда сәләм хатын алып ҡайтыусы ла ул беҙҙең уңған һәм дәртле почтальондарыбыҙ. “Мәсетле тормошо” гәзите һәм уның уҡыусыларын бәйләп тороусы ла нәҡ улар. Почтальондарҙың намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһендә мәсетлеләр райондағы берҙән-бер баҫманы алдырыуҙы дауам итә. Район гәзитенең тоғро дуҫы һәм тынғыһыҙ ярҙамсыһы Юлиә Закирова – Йонос почта элемтә бүлеге почтальонкаһы хаҡында булыр һүҙебеҙ.

– Был һөнәргә 2008 йылда килдем. Миңә кешеләр менән аралашыу, хәрәкәттә булыу оҡшай, – тип бүлешә хәбәре менән Юлиә Радик ҡыҙы.
Йәшәгән ауылы Айыптан тыш Әбдрәхим халҡына ла гәзит-журналдар тарата. Бының өсөн иртән-иртүк күрше ауылға йәйәүләп сыға, почта тарата, ауыл халҡынан коммуналь түләүҙәр ҡабул итә, аҙыҡ-түлек алып бара. Аҙнаһына өс тапҡыр 15 саҡрым ер үтергә тура килә. Шуға ла почтальонды аяҡтары ашата тиһәң дә хата булмаҫ.
Мәҡәләнең тулы варианты "Мәсетле тормошо" гәзиттең 95-се һанында (27.11.2020).
ДУҪТАР, ХӘҘЕР МӘҠӘЛӘЛӘРҘЕҢ ТУЛЫ ВАРИАНТЫН ТИК ГӘЗИТТЕҢ ҠАҒЫҘ ВЕРСИЯҺЫНДА ҒЫНА УҠЫП БУЛАСАҠ. РАЙОНЫБЫҘҘЫҢ ЭШҺӨЙӘР, ИЛҺӨЙӘР КЕШЕЛӘРЕ ТУРАҺЫНДА УҠЫҒЫҘ КИЛҺӘ, ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫҒЫҘ! БЕҘҘЕҢ МЕНӘН ҠАЛЫҒЫҘ!