Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Ноябрь 2020, 16:09

Республикала гәзит-журналдарға яҙылыусылар ҡиммәтле бүләктәр ота ала

Һыуытҡыс, телевизор, ноутбук, электр самокаты, ҡар таҙартҡыс, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыларының автографтары менән джерси, «Өфө» футбол клубы уйынсыларының автографтары менән футболка. Бына ошондай бүләктәр уйнатыла «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто баҫмаларына яҙылыусылар араһында.

Конкурста ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың алты айына йәки 2021 йылға кәмендә ике баҫмаға яҙылырға, исем-шәрифте һәм бәйләнеш өсөн телефонды күрһәтеп, 2021 йылдың 15 ғинуарына тиклем квитанцияның күсермәһен ебәрергә кәрәк. Почта адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто. Электрон адрес: [email protected]. «Яҙыл һәм от» билдәһен ҡуйыу мотлаҡ.
Еңеүселәр 2021 йылдың 27 ғинуарында Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында билдәләнә. Тулыраҡ бында.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Мәсетле тормошо" гәзите редакцияһы ла үҙенең уҡыусылары өсөн бүләктәр - электр сәйнүге, үтек, электр ит турағыс, радиоалғыс һәм электрон үлсәү әҙерләгән. Уны отоу өсөн яҙылған квитанцияның күсермәһен редакцияның [email protected] электрон почтаһына һалырға мөмкин, алып килергә йә почта аша Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Бүләк уйнатыу 25 декабрҙә уҙа.