Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Ноябрь 2020, 16:00

Гәзиткә яҙыл һәм бүләк уйнатыуҙа ҡатнаш!

Хөрмәтле предприятие һәм ойошмалар етәкселәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, депутаттар, эшҡыуарҙар, Мәсетле районы халҡы!

Район гәзитенә яҙылыу кампанияһының иң ҡыҙыу мәле бара. Мәлде ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Оло йәштәгеләр, олатай-өләсәйҙәр өсөн гәзит – донъя хәлдәрен белә торған берҙән-бер сара, уларҙы ла был мөмкинселектән мәхрүм итмәйек.
Шулай уҡ иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: гәзиткә яҙылыусылар араһында ҙур бүләктәр уйнатыла: электр сәйнүге, үтек, электр ит турағыс, радиоалғыс һәм электрон үлсәү. Бүләк уйнатыу 25 декабрҙә уҙа.
Был сарала ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың беренсе яртыһына район гәзитенә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға алып килеү кәрәк.
Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! Бәхетегеҙҙе һынарға ашығығыҙ!