Район тормошо һәм уның кешеләренең шәхси тормошо, ауыл хужалығы нисек йәшәй, яңылыҡтар, донъя хәлдәре, кешеләр һәм хеҙмәт коллективтары, һорау-яуап, тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә реклама – быларҙың барыһын да “Мәсетле тормошо” гәзите биттәрендә уҡырға мөмкин.
Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы быйылғы йылда махсус шарттарҙа уҙа, әлбиттә был яҙылыу эше барышын түбәнәйтә. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, предприятие һәм ойошма етәкселәре, эшҡыуарҙар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, депутаттар, Мәсетле районы халҡы! Пандемия осоронда өлкән кешеләргә, өләсәйҙәргә, олатайҙарға гәзит яҙҙырып, уларға бүләк эшләгеҙ, сөнки уларға райондағы хәлдәр менән танышыу өсөн гәзит берҙән-бер сара булып ҡала.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, беҙҙең өсөн кире бәйләнештең булыуы мөһим! Әгәр ҙә һеҙ, берәй ниндәй яңылыҡ беләһегеҙ икән, мотлаҡ беҙҙең менән бүлешегеҙ. Тәҡдимдәрегеҙҙе 2-00-72 телефон һандары аша еткерә алаһығыҙ.
Хөрмәтле гәзиткә яҙылыусылар, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йылдың тәүге алты айына беҙҙең гәзиткә яҙылып, ҡиммәтле бүләктәр ота алаһығыҙ. Бының өсөн яҙылған квитанцияның күсермәһен редакцияның
[email protected] электрон почтаһына һалырға, алып килергә мөмкин, йә почта аша Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса ебәрергә кәрәк.
Бүләк уйнатыу 25 декабрҙә уҙа. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә: электр сәйнүге, үтек, электр ит турағыс, радиоалғыс һәм электрон үлсәү!