Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Октябрь 2020, 11:20

Гәзиткә бөтә коллектив менән яҙылдылар

“Мәсетле тормошо” район гәзитенә Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәте һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бөтә коллектив менән яҙылды.

Шулай уҡ улар “Башҡортостан”, “Республика Башкорт-остан” һәм “Берҙәм Рәсәй” республика гәзиттәренә яҙылған. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, улар йыл һайын матбуғатҡа яҙылыу кампания-һында әүҙем ҡатнаша. Был уларҙың рухи-әхлаҡи мәҙәниәте юғары кимәлдә икәнлеге, матбуғат менән тығыҙ бәйләнештә булыу теләге тураһында һөйләй. Коллективтың төрлө йүнәлештәге эшмәкәрлеге башҡалар өсөн өлгө булып тора.
Коллективҡа беҙҙең менән хеҙмәттәшлек һәм ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы дауам итә. “Мәсетле тормошо” гәзитенә кәмендә алты айға яҙылғандар “Яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында ҡатнаша ала. Бүләк уйнатыу 25 декабрҙә уҙасаҡ. Еңеүсе-ләрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә: электр сәйнүге, үтек, электр ит үткәргес, радиоалғыс һәм электрон үлсәү.