Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Октябрь 2020, 14:05

Гәзиткә яҙыл һәм бүләк отоуҙа ҡатнаш!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

2021 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу дауам иткәнен онотманығыҙмы әле? “Мәсетле тормошо” район гәзитенә алты айға яҙылыусы һәр уҡыусыбыҙ 25 декабргә тиклем дауам итәсәк “Яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында ҡатнаша ала.
Был юлы ла гәзит уҡыусыларыбыҙға ҡиммәтле бүләктәр әҙерләгәнбеҙ: электр сәйнүге, үтек, электр ит турағыс, радиоалғыс, электрон үлсәү.
Гәзиткә яҙылыу хаҡтары:
- почта аша 1 айға – 170,22 һум, 6 айға – 1021,32 һум;
- редакциянан (үҙегеҙгә килеп алырға) 1 айға – 96 һум, 6 айға – 576 һум;
- электрон версия 1 айға – 106 һум, 6 айға – 636 һум;
- редакция хеҙмәткәре илтеп биргәндә (район үҙәге ойошмаларына) гәзит 1 айға 110 һумға төшәсәк, 6 айға – 660 һум.
Бәйләнеш мәғлүмәттәре күрһәтелгән квитанция күсермәләрен [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ. Уларҙы шулай уҡ Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса үҙегеҙ килтерә, почта йәки таныштарығыҙ аша ебәрә алаһығыҙ.