Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Октябрь 2020, 12:05

Матбуғатҡа яҙылыу декадаһы

Рәсәй почтаһы матбуғатҡа 10% ташлама менән яҙылыу ун көнлөгө уҙғара.

Хөрмәтле мәсетлеләр! 1 октябрҙән 11-енә тиклем барған гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгөндә 2021 йылдың тәүге яртыһына “Мәсетле тормошо” ижтимағи-сәйәси гәзитенә 10% ташлама менән яҙылыу мөмкинселеге бар.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Мәсетле районы хакимиәте, ветерандар, инвалидтар һәм тыл хеҙмәтсәндәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмау маҡсатында, “Оло йәштәгеләр көнө уңайынан бүләк” хәйриә акцияһын иғлан итте. Райондың предприятие, ойошма һәм учреждениелар етәкселәре акцияға әүҙем ҡушылды. Район хакимиәте һәм территориаль һайлау комиссияһы, район гәзитенә яҙылып, үҙҙәренең хеҙмәт ветерандарына бүләк эшләне.