Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Сентябрь 2020, 11:30

Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!

Хөрмәтле мәсетлеләр! 2021 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барыуы тураһында хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ.

Уның барышында “Суперприз от!” акцияһы уҙасаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың тәүге яртыһына 6 айға “Башҡортостан Республикаһы” дәүләт унитар предприятиеһының бер юлы бер республика баҫмаһына һәм “Мәсетле тормошо” район гәзитенә яҙылырға кәрәк.
Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн квитанцияларығыҙ күсермәһен Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының подписка бүлегенә ебәрергә кәрәк.
Гәзит-журналдарға почта бүлексәләрендә, редакцияла, йәки rbsmi.ru сайтынды яҙылырға мөмкин.