Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Сентябрь 2020, 11:10

Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!

Хөрмәтле мәсетлеләр! хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара.

Уның сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһы нәшриәт йорто дәүләт-унитар предприятиеһының бер республика гәзите йәки журналына һәм “Мәсетле тормошо” гәзитенә алты айҙан да кәм булмаған ваҡытҡа яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла. Төп призды отоусы телевизор һәм юлдаш телевидениеһы радиоалғысына эйә буласаҡ. Икенсе урын өсөн ике телевизор ҡаралған. Өсөнсө урынға – өс юлдаш телевидениеһы радиоалғысы, дүртенсе урынға – биш “А4” планшеты, бишенсе урынға ун “А5” планшеты уйнатыла. “Суперприз” конкурсында бөтәһе 21 еңеүсе буласаҡ. Төп еңеүсе бүләкләү өсөн Өфө ҡалаһына саҡырыласаҡ. Еңеүселәрҙең исеме һәм фотоһы гәзит биттәрендә баҫыласаҡ.
Конкурста ҡатнашыу өсөн квитанцияларҙы Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң матбуғатҡа яҙылыу һәм берәмләп һатыу бүлегенә ебәрергә кәрәк.
Гәзиткә почта бүлексәләре, гәзит редакциялары йәки rbsmi.ru сайты аша яҙылырға мөмкин.