Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Июль 2020, 18:20

Төп приз уйнатылды!

“Мәсетле тормошо” район гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу- сылар араһында төп приз – микротулҡынлы мейес 17 июлдә уйнатылды. Бүләк уйнатыуҙа редакция хеҙмәткәрҙәренән торған комиссия һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылынан гәзиттең даими уҡыусыһы Мәүлизә Сибәтова ҡатнашты.

Редакцияға гәзиткә яҙылыусы 161 уҡыусының квитанцияһы килтерелгәйне. Уларҙың һәр береһенә тәртип номеры беркетелде. Жетондар махсус лотокка һалынды. Һөҙөмтәлә бүләк Тәкә ауылынан Рәҡибә Янбаеваға сыҡты.
– Бүләк отоу беҙҙең ғаилә өсөн көтөлмәгән хәл булды, әммә беҙ һуңына тиклем ышандыҡ һәм көттөк, – ти Рәҡибә Рауфан ҡыҙы. – Почтальоныбыҙ Зөлфиә Фәрхәт ҡыҙына рәхмәт. Ул беҙгә гәзиткә яҙылыу кәрәклеге тураһында ваҡытында иҫкәртеп тора.
Рәҡибә Янбаева 37 йыл Тәкә ауылы клубында мөдир булып эшләгән. Хәҙер хаҡлы ялда. Гәзитте бик күп йылдар алдыра. Ул бигерәк тә район яңылыҡтарын һәм кешеләр тураһында очректар-ҙы теләп уҡый.
65 йәштән өлкәндәргә үҙизоляция режимына бәйле, бүләкте уның ҡыҙы Фирая (һүрәттә) килеп алды.
Ҡотлайбыҙ!