Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Июль 2020, 18:00

Һәр ерҙә әүҙемдәр

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Йырын, Тау, Иван Крючков һәм Степан Чусов урамдарында йәшәүсе дуҫ күршеләр тураһында гәзитебеҙ биттәрендә яҙып сыҡҡайныҡ инде.

Бына улар йәнә үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итте – күмәкләшеп, ә улар 15 әхирәт, район гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылдылар һәм бүләк уйнатыуҙа ла ҡатнаштылар. Араларынан Надежда Поповаға уңыш йылмайҙы – ул бүләк отто.
Район үҙәгенең был осонда йәшәүсе ҡатындар – үҙҙәре яғындағы балалар майҙансығында кистәрен йыш йыйылыша һәм унда хәл-әхүәлдәре менән уртаҡлашалар, яңылыҡтарҙы барлайҙар. Ошондай кис ултырыуҙарҙың береһендә беҙ ҙә булдыҡ. Улар гәзит тураһында фекерҙәрен еткерҙе, мәғлүмәт биреү буйынса тәҡдимдәрен индерҙе, үҙ урамдарын төҙөкләндереү, контейнерҙар ҡуйыу менән бәйле һәм башҡа проблемалары менән уртаҡлашты. Улар-ҙың һорауҙарының һәм яуаптарының ҡайһы берҙәрен район гәзитенең киләһе һандарында мотлаҡ яҡтыртырбыҙ.
– Гәзит биттәрендә район халҡы һәм уларҙың ҡаҙаныштары тураһында мәҡәләләр бигерәк тә оҡшай миңә, – ти Людмила Ковина. – Мәсетлеләрҙең күпселеге миңә таныш, сөнки бар ғүмерем ошонда үтте. Шулай уҡ “Һорау-яуап” рубрикаһы оҡшай. Нәҡ гәзит биттәре аша халыҡ район етәкселәренән һәм белгестәренән үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар ала.
Оло Ыҡтамаҡ ауылының ошо урам ҡатындарына гәзиткә яҙылыу кампанияһы барышында күрһәткән әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Әгәр һеҙҙең урамығыҙҙа ла ошондай уҡ татыу күршеләр бар икән, уларҙы кис улты-рырға саҡырығыҙ һәм үҙегеҙҙе борсоған хәлдәр, ҡыуаныслы ваҡиғалар тураһында беҙгә лә хат яҙып ебәрегеҙ.