Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Июнь 2020, 13:30

“Бәхетле авто” конкурсы иғлан ителә

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы бүләк уйнатыу буйынса “Бәхетле авто” тип аталған сираттағы конкурс иғлан итә. Ул 29 июндә үтәсәк. Насар эпидемиологик шарттарға бәйле, бүләк уйнатыу тура эфирҙа, гәзиткә яҙылыусыларҙың ҡатнашлығынан тыш ойошторола.
Конкурста ҡатнашыу өсөн кәмендә алты айға “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылырға һәм квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә йәки килтерергә кәрәк. Автоһәүәҫкәрҙәр компрессор, магнитола, асҡыстар йыйылмаһы һәм башҡа бүләктәр ота ала. Районкаға яҙылығыҙ һәм бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!