Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Июнь 2020, 12:05

Гәзиткә яҙылғанығыҙ өсөн рәхмәт!

15 июнгә ҡарата “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу буйынса иң яҡшы һөҙөмтәне Ләмәҙтамаҡ почта бүлексәһе күр-һәтә. Улар аша районкаға Ләмәҙтамаҡ, Һөләймән, Һабанаҡ һәм Ҡотош ауылдарынан 112 кеше яҙылған. Редакция хеҙмәткәрҙәре гәзиткә яҙылыусыларға һәм почта хеҙмәткәрҙәре – начальник Анджела Хисамоваға, почтальондар Дилә Ғөзәирова һәм Гөлнур Лоҡмановаға рәхмәт белдерә.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында почта аша гәзиткә 270 кеше яҙылған. Йонос, Әләгәҙ, Оло Аҡа һәм Яңы Мөслим почта бүлексәләре аша – 50-нән ашыу кеше. Бөтә коллектив менән районканы РФ Пенсия фондының Мәсетле районы идаралығы, мәғариф бүлеге, “Колосок” балалар баҡсаһы, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре алдырасаҡ.
Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, гәзиткә яҙылыусылар һаны 15 процентҡа кәмегән йәки бөтәһе 1346 дана тәшкил итә.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Беҙҙең баҫмаға яҙылыу кампанияһы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был эште бик оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, ә бөгөндән үк яҙылырға ашығығыҙ. Ул саҡта һеҙ социаль-мөһим яңылыҡтар-ҙы сағылдырған районканың һәр яңы һанына эйә буласаҡһығыҙ. Беҙгә һеҙҙең менән дуҫ булыу үтә лә мөһим, сөнки районканың уҡыусыһы булғанда, гәзит тә йәшәйәсәк!
Шулай уҡ, микротулҡынлы мейес уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн яҙылыу квитанцияһының күсермәһен [email protected] электрон почтаһына ебәрергә онотмағыҙ. Уны редакцияға үҙегеҙгә килтерергә йәки Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса почта аша ебәрергә лә мөмкин.