Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Апрель 2020, 15:00

Бергәләп район гәзитенең ғүмерен һаҡлап ҡалайыҡ!

1 апрелдән 2020 йылдың икенсе яртыһына матбуғат-ҡа яҙылыу кампанияһы старт алды.

Быйыл ул ҡатмарлы шарттарҙа үтә. Үҙизоляция режимы барғанда беҙҙең гәзиткә яҙылыусыларға “Мәсетле тормошо”на rbsmi.ru (ҡағыҙ-ҙағыһына ла, электрон версияһына ла) интернет сайты аша яҙылыу мөмкинлегенән файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ.
Әлеге яҙылыу кампанияһында хаҡ элеккесә ҡалды һәм айына 163 һум 97 тин йәки алты айға 983 һум 82 тин тәшкил итә – был почта аша, йәғни почтальондар районканы өйөгөҙгә килтерәсәк. Гәзиттең электрон версияһы айына – 101 һум, ярты йылға – 606 һум.
Шулай уҡ яҙылыуҙың осһоҙораҡ булған альтернатив варианттары ла бар. Улар хаҡында һеҙ 2-00-05 телефоны буйынса белешә алаһығыҙ.
“Мәсетле тормошо” инде 89 йыл йәшәп килә, ул хатта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла баҫылыуҙан туҡтамаған. Ошо ваҡыт эсендә гәзитебеҙ күп ғаиләләр өсөн яратҡан бер-ҙән-бер баҫмаға әйләнгән. Уның даими тоғро яҙылыусылары күп. Районкаһыҙ район нисек булһын ти инде?!
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле ойошмалар һәм предприятиелар етәкселәре! Беҙ йыш ҡына ҡайһылыр яҡташыбыҙға хуп-лау, ярҙам кәрәккән ваҡытта үтенес менән һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ һәм һәр ваҡыт аңлау табабыҙ.
Бөгөн ярҙам гәзиткә кәрәк! Һеҙҙең 2020 йылдың икенсе яртыһына яҙылыуығыҙҙы үтенәбеҙ. Сөнки был гәзиткә генә түгел, ә тыуған яғыбыҙға тоғролоҡ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы район гәзитен уҡыу мөмкинлегенән мәхрүм итмәгеҙ, сөнки бары тик “Мәсетле тормошо” ғына үҙебеҙҙең ауылдар, үҙегеҙ, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ, күршеләрегеҙ, коллективығыҙ хаҡында яҙа. Фәҡәт районка биттәрендә генә һеҙ яҡындарығыҙҙы ғүмерҙәрендәге мөһим ваҡиғалары менән ҡотлай йәки ауыр минуттарында ҡайғы уртаҡлашыуығыҙҙы белдерә алаһығыҙ.
“Мәсетле тормошо” – ул беҙҙең районда дәүләт киң мәғлүмәт саралары реестрында теркәлгән берҙән-бер рәсми гәзит. Урындағы властың һеҙҙең һәр ҡайһығыҙға ҡағылған барлыҡ мөһим күрһәтмәләре, ҡарарҙары гәзиттә баҫылып сыға.
Кеше мәғлүмәтһеҙ йәшәй алмай һәм беҙ бөтә ошо йылдар дауамында уны һеҙҙең өйҙәргә еткерергә тырышабыҙ.