Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Апрель 2020, 19:00

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы

1 апрелдән 2020 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы старт алды. Биш мең ваҡытлы баҫманың теләгән беренә почта бүлексәһенә бармайынса мобиль ҡушымтала йәки Рәсәй почтаһының podpiska.pochta.ru. сайтында онлайн яҙылырға мөмкин.

Шулай уҡ почтальондарҙағы мобиль почта-касса терминалдары аша яҙылып түләргә лә була. Әлеге ваҡытта республикалағы һәр өсөнсө почтальон улар менән тәьмин ителгән. 8-800-1-000-000 телефоны буйынса (шылтыратыу бушлай) почта хеҙмәткәрен өйгә йәки офис-ҡа саҡыртырға мөмкин.
Яҙылыу кампанияһы июнь уртаһына хәтле дауам итәсәк.