Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Декабрь 2019, 14:00

Районканың төп призы уйнатылды

20 декабрҙә 2020 йылдың тәүге яртыһына “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыусылар араһында суперприз уйнатылды. Унда район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика эше буйынса бүлек начальнигы Анфиса Ишмөхәмәтова, районканың әүҙем уҡыусыһы Ира Рамазанова, “Урал” телестудияһы һәм “Мәсетле тормошо” гәзите хеҙмәткәр-ҙәре ҡатнашты.

Редакцияға барлығы 220 квитанция килгәйне. Уларҙың һәр ҡайһыһына тәртип номеры бирелгән, ә йәшниккә һандар яҙылған жетондар урынлаштырылды (теүәл квитанциялар һаны буйынса). Һөҙөмтәлә суперприз – мультиваркаға Ясин ауылынан Лилиә Хәмиҙуллина эйә булды.
Лилиә Рафаил ҡыҙы үҙе әйтеүенсә, отошо тураһында хәбәр алғас, оҙаҡ ҡына ышанмаған.
– Ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа бер нәмә лә отҡаным юҡ, ә бында – шундай уңыш, – ти ул. – “Йондоҙ” ЯСЙ-һы эшсәндәренең гәзиткә яҙылыу квитанцияларының бөтәһен дә суперприз уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн биргән Яңы Мишәр ауылының почта бүлексәһе начальнигы Рәмзиә Мөхәмәтйәноваға рәхмәт.
Лилиә Хәмиҙуллина бына инде 20 йыл самаһы хужалыҡта һауынсы булып эшләй. Юғары күрһәткестәре өсөн “Йондоҙ” ЯСЙ-һының, район хакимиәтенең һәм республиканың бик күп почет грамоталары, шулай уҡ РФ Ауыл хужалығы министрлығы Рәхмәте менән наградланған.
2020 йылдың тәүге яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләләре буйынса сираттағы селектор кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов яҙылыу кампанияһы барышы менән таныштырҙы. Республикала бары һигеҙ гәзит, шул иҫәптән “Мәсетле тормошо” гәзите планды 90 процентҡа үтәгән. Был күрһәткескә берҙәм тырышлыҡ менән ирешелде. Бигерәк тә район хакимиәте, мәғариф бүлеге, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, ЮХХДИ бүлексәһе, Пенсия фондының Мәсетле районындағы идаралығы һәм башҡалар ярҙам итте һәм гәзиткә әүҙем яҙылды. “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте айырылып торҙо: унда бар коллектив менән (57 кеше!) район гәзитенә яҙылдылар. Барығыҙға ла рәхмәт.
Хөрмәтле мәсетлеләр! Йыл һуңына тиклем яҙылып өлгөрмәгәндәр өсөн “Рәсәй почтаһы” яҙылыу кампанияһын 15 ғинуарға тиклем оҙайтты.