Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Октябрь 2019, 13:00

Яҙылығыҙ һәм бүләк уйнатыуҙарҙа ҡатнашығыҙ! (29.10.19)

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2020 йылдың I яртыһына “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыу кампанияһы дауам итә.

Район гәзитенә 6 айға яҙылған уҡыусылар “Аҙна һайын – бүләк” акцияһында ҡатнаша ала.

Был аҙнала бүләкте – стакандар йыйылмаһын Яңы Мөслим ауылынан Данис Кәримов отто.

Шулай уҡ йыл һуңында төп приз – мультиварка уйнатыласаҡ.


Яҙылыу хаҡтары: почта аша 1 айға – 163 һум 97 тин, 6 айға – 983 һум 82 тин; редакция аша (үҙегеҙгә килеп алырға) 1 айға – 92 һум, 6 айға – 552 һум; электрон версияһы 1айға – 94 һум, 6 айға – 564 һум; район үҙәге ойошмаһы аша (редакция хеҙмәткәре килтерә) 1 айға – 104 һум, 6 айға – 624 һум.


Бәйләнеш мәғлүмәттәре күрһәтелгән яҙылыу квитанциялары күсермәләрен көтөп ҡалабыҙ. Уларҙы һеҙ үҙегеҙ килтерә, почта йәки таныштарығыҙ аша ебәрә алаһығыҙ. Редакцияның адресы: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23.