1 октябрҙә район Мә-ҙәниәт һарайында Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған тантаналы концерт булды. Уның барышында район гәзите хеҙмәткәрҙәре баҫмаға яҙылыу ойошторҙо. 2020 йылдың тәүге яртыһына гәзиткә яҙылыусылар ара-һында бүләктәр ҙә уйнатылды. Шулай итеп, Любовь Чубароваға (Түбәнге Бобин), Гөлназ Ҡадироваға (Оло Ыҡтамаҡ ауылы), Рәзилә Хафизоваға (Һөләймән ауылы) уңыш йылмайҙы.