Һеҙгә бөгөн гәзиткә яҙылыу ун көнлөгө башланыуы хаҡында хәбәр итергә ашығабыҙ. Ул 13 октябргә тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә һеҙ “Мәсетле тормошо” гәзитенә 10 процентлы ташлама менән яҙыла алаһығыҙ.
Мәҫәлән, редакция аша яҙылғанда (редакциянан үҙегеҙ килеп алырға) бер айға ғәҙәттәге хаҡ 92 һум, ә ун көнлөктә 82 һум 80 тин тәшкил итәсәк.
Шулай итеп, почта аша яҙылыу
Тағы ла гәзиттең электрон версияһына (шуның менән бергә хаҡ ҡағыҙ версияға ҡарағанда күпкә түбәнерәк) һәм rbsmi.ru корпоратив порталы аша яҙылырға була.
Шулай уҡ бүләктәр отоу мөмкинлеге тураһында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бының өсөн 2020 йылдың 6 айына “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙылыуҙы раҫлаусы квитанция күсермәһен редакцияға алып килегеҙ. Бүләктәр аҙна һайын уйнатыла, ә йыл һуңында төп приз отоусыны билдәләйсәкбеҙ.
Яҙылығыҙ, экономлағыҙ һәм отоғоҙ!